Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Республика Вьетнам менән мөнәсәбәттәрҙе нығыта: хөкүмәттә консорциум булдырыу тураһында килешеү төҙөлдө

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Хөкүмәтендә «Башҡортостан-Вьетнам дуҫлыҡ ойошмаһы» консорциумын булдырыу тураһында килешеү төҙөлдө. Консорциум Вьетнамдан байтаҡ студенттар уҡыған Өфө дәүләт нефть техник университетында булдырыла.

Документҡа Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин, Башҡортостандағы Вьетнам граждандары ойошмаһы рәйесе Чан Нгок Туан һәм университеттың «Нефть-газ үҙәге» консорциумы бәләкәй инновацион предприятиеһы генераль директоры Илдар Юлбарыҫов ҡул ҡуйҙы.

Биш йылға иҫәпләнгән килешеүҙең маҡсаты — Башҡортостан менән Вьетнам Социалистик Республикаһы ойошмалары араһында мәҙәни һәм иҡтисади хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итеү, ике яҡлы бәйләнештәрҙе үҫтереү.  

Документ яҡтар сәнәғәт, транспорт, элемтә, мәғариф, туризм һәм спорт өлкәһендә мәғлүмәти һәм ойоштороу йәһәтенән үҙ-ара эш итеүҙе күҙ уңында тота.

2016 йылда Башҡортостандың Вьетнам менән тышҡы сауҙа әйләнеше 8,4 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән. Республикабыҙҙан каучук, башҡа химия сәнәғәте продукцияһы, ҡорамалдар, минеарль продукттар, ауыл хужалығы сеймалы оҙатыла. Вьетнамдан күн әйберҙәр, ҡорамалдар, туҡыма һәм башҡа тауарҙар килтерелә.

Башҡортостан биләмәһендә Вьетнам капиталы ҡатнашлығында 13 предприятие эшләй. Улар сауҙа, дөйөм туҡланыу, туризм, пластмасса һәм туҡыма әйберҙәр, аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһендә мәшғүл.

Иҡтисади бәйләнештәрҙән тыш, Башҡортостан менән Вьетнам араһында мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендә тығыҙ бәйләнеш булдырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть