Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев»тың генераль менеджеры: әлегә Вестерлундтың отставкаһы тураһында һүҙ бармай

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Һуңғы алты уйында бишенсе тапҡыр еңелеү — әлеге мәлгә «Салауат Юлаев»тың һөҙөмтәһе шундай. 15 ноябрҙә Мәскәү боҙонда Өфөнөң боҙ дружинаһы ЦСКА-нан 3:0 иҫәбе менән еңелде. Йәй көнө «юлаевсылар» менән ике йыллыҡ килешеү төҙөгән фин белгесенең отставкаһы хаҡында хәбәрҙәр йышыраҡ яңғырай башланы. «Салауат Юлаев»тың генераль менеджеры Леонид Вайсфельд әлегә Эркка Вестерлундты вазифаһынан бушатыу тураһында мәғлүмәтте раҫламай.

«Әлбиттә, минән башҡа клуб хужаларының да фекере бар, ләкин әлеге тренерҙар штабы был хәлде төҙәтергә тейеш тип иҫәпләйем. Хәҙерге ваҡытта отставка хаҡында һүҙ бармай», — тип Вайсфельдтың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.

«Салауат Юлаев»тың уңышһыҙлыҡтары үҙ боҙонда «Металлург» менән уйындан (4:1) башланды һәм Алыҫ Көнсығыш турында дауам итте. Артабан Владивостокта «Адмирал»дан (5:1), Хабаровскиҙа «Амур»ҙан (3:1), «Слован» (3:2) һәм ЦСКА (3:0) командаларынан еңелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть