Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә табип пациентты рөхсәтһеҙ стерилләүҙә ғәйепләнә

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөлә табип закон боҙоуҙа ғәйепләнә, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы. Тәфтишселәр фаразы буйынса, 13-сө ҡала клиник дауаханаһы гинекология бүлегенең 57 йәшлек мөдире пациенттың һаулығына ҙур зыян килтергән. Ул Өфөлә йәшәгән ҡыҙҙы тәбиғи юл менән бала таба алыу мөмкинлегенән мәхрүм иткән.

Ғәйепләнеүсенең коллегалары операция хаҡында ғәҙәти процедура тип һөйләй. Уны медицина күрһәтмәһе, мәҫәлән, пациенттың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн йәки кешенең үҙенең теләге буйынса яһайҙар. Ләкин әлеге осраҡта зыян күргән ҡыҙҙың бындай теләге булмаған — ҡағыҙҙа опекундың ҡултамғаһы тора. Бүлек мөдире стерилләү үткәреү өсөн был етә тип уйлаған.

Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенсә, ҡануниәткә ярашлы, эшкә һәләтһеҙҙәргә бындай операция суд ҡарары буйынса ғына эшләнә. Суд документы булмауға ҡарамаҫтан, бүлек мөдире хирургка стерилләргә ҡуша һәм үҙе лә табипҡа ярҙам итә.

«Операция һөҙөмтәһендә ҡыҙҙың һаулығына ҙур зыян килтерелгән, орган функцияһын юғалтҡан. Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа үҙенең ғәйебен таныманы», — тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.

Дауахананың баш табибы хеҙмәткәрҙе юридик хатаға юл ҡуйған квалификациялы белгес, ти. Суд пациентты эшкә һәләтһеҙ тип таныған. Уны опекуны стерилләргә ҡарар иткән, йәнәһе лә ул ҡарауҙағы кешенең киләсәге хаҡында хәстәрлек күргән. Республиканың баш акушер-гинекологы Индира Сәхәүетдинова һүҙҙәренсә, пациенттың диагнозы үҙенсәлекле, опекундың ниәте шуның менән аңлатыла.

Әле енәйәт эше ентекләп тикшереү өсөн Калинин районы судына йүнәлтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть