Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 85 берәмек техника федераль трассаларҙы таҙартырға сыҡты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда 85 берәмек техника федераль трассаларҙы таҙартырға сыҡты. Ошо көндәрҙә республиканың күпселек райондарында насар һауа торошо — ҡар яуыуы , урыны менән буран, юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары күҙәтелә.

«Приуралье» юл идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, юл ойошмалары М-5 Урал, М-7 Волга һәм Р-240 Өфө — Ырымбур федераль юлдары буйлап йөрөүҙе тәьмин итеү өсөн юғары әҙерлек режимына күсерелгән. Хәл тәүлек әйләнәһенә 46 метеовидеофиксация постары ярҙамында контролдә тотола. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта 8 (347) 228-12-18 телефоны буйынса диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть