Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре Хафиз Ҡушаев һәм Муллайән Халиҡовтың иҫтәлеген мәңгеләштерергә тәҡдим иттеләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре, БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе Хафиз Ҡушаев һәм БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе Муллайән Халиҡовтың иҫтәлеген мәңгеләштерергә тәҡдим иттеләр. Уларҙың республика алдындағы хеҙмәттәре өсөн Мәҙәниәт министрлығына Башҡортостандың Милли музейында (БАССР Хөкүмәтенең элекке бинаһы) мемориаль таҡтаташ ҡуйырға тигән тәҡдим булды.

Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы Таҡталасыҡ ауылында Илдархандың тормошона һәм эшмәкәрлегенә һәм Мутиндар династияһына арналған музей булдырыу идеяһы яңғыраны. Бының өсөн түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар Башҡортостан етәкселегенән ярҙам һорай.

«Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуы һәм дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүе: 100 шәхес» түңәрәк өҫтәленең йомғаҡлау резолюцияһына ошондай тәҡдимдәр индерелде. Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡортостан автономияһы декларацияһы тураһында фармандың 100 йыллығына бағышланған сара үтте.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар Башҡортостандың район һәм ҡала хакимиәттәренә республиканың 100 йыллығын билдәләү буйынса саралар планын әҙерләгәндә Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүенә ҙур өлөш индергән күренекле яҡташтарының иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса саралар, тематик стендтар һәм экспозициялар ойоштороуҙы, мемориаль таҡтаташтар ҡуйыуҙы индерергә кәрәк тигән кәңәш бирә.

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығына республиканың тыуған яҡты өйрәнеүселәр ойошмаһы менән берлектә 2018 йылда тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең Башҡортостан Республикаһы ойошторолоу тарихын өйрәнеү һәм мәңгеләштереү мәсьәләләренә бағышланған республика конференцияһын әҙерләргә һәм үткәрергә тәҡдим ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть