Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Сибай ҡалаһы башлығы вазифаһына биш кеше дәғүә итә

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Сибай ҡалаһы башлығы вазифаһына биш кеше дәғүә итә. «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр Советы» ассоциацияһының эксперт комиссияһы ағзалары дәғүәселәрҙең килешеү буйынса ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә белем кимәлен баһаланы.

Мэр вазифаһы өсөн «Азатлык» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһы директоры Илһам Абдулғужин, Ҡариҙел хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Рөстәм Афзалов, «Әбйәлил әҙерләү һәм тәьмин итеү» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Руслан Ишмөхәмәтов, Сибай сәнғәт колледжы директоры Азат Камбулатов, «Холдинг Башбизнес» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары Рәис Тайбугин дәғүә итә.

Эксперт комиссияһы өс дәғүәсенең: Илһам Абдулғужиндың, Рөстәм Афзаловтың һәм Азат Камбулатовтың «белем кимәле тап килә» тигән баһа сығарҙы.

«Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр Советы» ассоциацияһының эксперт комиссияһы урындағы хакимиәт башлығы вазифаһын биләүгә кандидаттарҙың белем кимәлен баһалау буйынса муниципаль берәмек хакимиәте башлағы кеүек яуаплы урынға раҫлау этаптарының береһе генә булып тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть