Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

«Салауат Юлаев» өсөнсө тапҡыр еңелде

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

«Салауат Юлаев» менән Мәскәүҙең ЦСКА уйынын баш ҡала һәм Өфө көйәрмәндәре көтөп алды. Был кис бөтәһен дә бер һорау ҡыҙыҡһындырҙы – Кирилл Капризов үҙенең элекке командаһына шайба индерерме? Осрашыуҙың өсөнсө минутында уҡ «армеецтар» алға сыға алды, әммә Башҡортостандың баш ҡалаһынан килгән ҡунаҡтар оборонаға торҙо. Уны ҡапҡаға инмәгән шайбалар статистикаһы ла раҫлай: мәскәүҙәр «Салауат»тан өс тапҡырға күберәк шайба индереп маташты. Беренсе осорҙа иҫәп таҡтаһы үҙгәрешһеҙ ҡалды. ЦСКА икенсе егерме минут башында хәлде төҙәтте. Шайбаны Андрей Кареевтың ҡапҡаһына аҙашы Андрей Кузьменко оҙатты.

Уйын уртаһына «юлаевсы»лар иҫәп буйынса икеләтә өҫтөнлөклө булды, әммә осраҡ менән файҙалана алманы. Командалар тәнәфескә 1:0 иҫәбе менән китте.

Өсөнсө осорҙа Мәскәү клубы иҫәбен икеләтә арттырҙы – Кузьменко йәнә шайба индерҙе. Осрашыу аҙағына ЦСКА өсөнсөгә уңышҡа өлгәште, уны Адрей Светлаков башҡарҙы – 3:0.

«Салауат Юлаев» өсөнсө тапҡыр еңелде. Киләһе уйынды Өфөнөң боҙ дружинаһы Ярославлдең «Локомотив»ы менән уҙғара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть