Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан мөфтөйө Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллинға «Күрһәткән хеҙмәте өсөн» ордены тапшырылды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостан мөфтөйө Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин «Күрһәткән хеҙмәте өсөн» мосолман орденына лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһы Өфөлә «Фәхретдинов уҡыуҙары» IV бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы сиктәрендә үтте. Ислам форумы Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының 100 йыллығына арналған.

Мөфтөй Рауил Ғәйнетдиндың ҡушыуы буйынса тантаналы шарттарҙа Рәсәй мосолмандарының юғары наградаһын Рәсәй Федерацияһы мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Дамир Мөхөтдинов тапшырҙы, тип хәбәр иттеләр Рәсәй мосолмандары Диниә назаратының матбуғат хеҙмәтендә.

«Тиҫтәләгән йылдар Ислам юлында хеҙмәт иткәне, Башҡортостанда рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе тергеҙеүгә, төбәктә тотороҡлоҡто, милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты һаҡлауға ҙур өлөш индергәне, рухи һәм социаль әһәмиәтле башланғыстарҙы тормошҡа ашырғаны өсөн Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты рәйесе – Мөфтөй Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы Ниғмәтуллинды «Күрһәткән хеҙмәте өсөн» Рәсәй мосолмандары ордены менән бүләкләргә», — тиелгән Рәсәй мосолмандары башлығы ҡул ҡуйған бүләкләү документында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть