Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

«Рәсәй – Мәҙәниәт – Башҡортостан» телеканалы Салауат Юлаев һәйкәле тураһында тапшырыу күрһәтә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Салауат Юлаев һәйкәленә 50 йыл тулыу уңайынан «Рәсәй – Мәҙәниәт – Башҡортостан» телеканалы эфирына уны эшләү тарихына арналған документаль фильм сыға.

Салауат Юлаев һәйкәле бына инде ярты быуат республиканың баш ҡалаһын биҙәй, халыҡ батырының мөһабәт һыны Өфөнөң ысын символына әйләнде. «Рәсәй – Мәҙәниәт – Башҡортостан» телеканалы хәбәрсеһе Алексей Медведев «Хронограф» тигән проект әҙерләгән, унда һәйкәл менән бәйле бик күк ҡыҙыҡлы һәм алдан билдәле булмаған ваҡиғалар хаҡында һөйләй.

«Сюжет нигеҙендә һәйкәл авторы – Осетия скульпторы Сосланбек Тавасиев тураһында һөйләнелә. Тапшырыуҙа архив материалдар: эш процесынан фотолар, тыуған-тыумасаларының интервьюлары һәм башҡалар файҙаланылды. Сағыуыраҡ күрһәтеү өсөн постановкалар эшләп төшөрҙөк, уға Өфө актерҙары һәм билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре йәлеп ителде», — тип һөйләне Алексей Медведев.

Салауат Юлаев һәйкәленең юбилейына арналған «Хронограф» рубрикаһы «Рәсәй – Мәҙәниәт – Башҡортостан» телеканалы эфирына 17 ноябрҙә иртәнге сәғәт 7-лә сыға.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть