Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса йәмәғәт советын Александр Лебедев етәкләне

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса йәмәғәт советының беренсе ултырышы үтте. Совет Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы ҡарамағында ойошторолдо. Йәмәғәт советы ултырышын ведомство етәксеһе Илһам Фәтҡуллин асты. Ул консультация-кәңәшләшеү органын ойоштороу буйынса эш хаҡында хәбәр итте.

Ултырышта асыҡ тауыш биреү юлы менән Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы ҡарамағындағы Башҡортостан биләмәһендә Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса йәмәғәт советы рәйесе һайланды. Берҙәм тауыш менән Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының аттестациялы эксперты, тарихи фәндәр кандидаты Александр Лебедев һайланды.

Шулай уҡ ултырышта Йәмәғәт советы тураһындағы документ ҡаралды, билдәләнгән консультация-кәңәшләшеү органының төп бурыстары һәм функциялары тикшерелде, алдағы осорға Йәмәғәт советы эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнде. Көн тәртибе һорауҙарының береһе мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса эштәрҙе башҡарыу маҡсатында ҡыҙыҡһынған граждандарҙан һәм ойошмаларҙан ирекле финанс ярҙам мөмкинлектәрен ҡарау булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть