Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Илшат Фәзрахманов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Илшат Фәзрахманов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры итеп тәғәйенләнде.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының икенсе Указы менән Ирек Мөхәмәтдинов икенсе эшкә күсеү сәбәпле Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһынан бушатылды.

Фәзрахманов Илшат Илдус улы 1977 йылдың 8 авгусында Әлшәй районының Торонтайыш ауылында тыуған. «Ветеринария» һәм «бухгалтерия иҫәбе һәм контроле» һөнәрҙәре буйынса Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Иҡтисад фәндәре кандидаты.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1999 йылда «Раевка шәкәр заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә башлай, унда баш бухгалтер урынбаҫары, бухгалтер-программист, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса генераль директор урынбаҫары булып эшләй.

2002 йылда – «БашАгроШәкәр» ауыл хужалығы предприятиеһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры. 2002-2003 йылдарҙа – «Лион-Агра» ойошмаһы директоры.

2003-2008 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Иҡтисад һәм социаль сәйәсәт идаралығы баш белгесе, консультанты, баш консультанты. 2008-2010 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Территориялар менән эшләү һәм кадрҙар сәйәсәте идаралығының территориялар менән эшләү бүлеге кәңәшсеһе. 2010-2012 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Контроль-аналитик идаралығының ифрастуктур үҫеш бүлеге мөдире.

2012 йылдарҙа – Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының агросәнәғәт комплексы үҫеше һәм тәбиғәттән файҙаланыу бүлеге мөдире. 2012-2015 йылдарҙа — Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының агросәнәғәт комплексы үҫеше һәм тәбиғәттән файҙаланыу департаменты директоры.

2015-2016 йылдарҙа – Дәүләкән районы хакимиәте башлығы.

2016-2017 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть