Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан приставтары бурыстары өсөн 12 ҡиммәтле машинаны тартып алған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Һуңғы өс айҙа приставтар мөлкәт һалымы буйынса бурыстары өсөн 12 ҡиммәтле автомобилде тартып алған, тип хәбәр итә Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы. Мәҫәлән: Grand Cherokee автомобиле хужаһы, үҙе юрист була тороп, транспорт һалымы буйынса 107 мең һум бурысын түләргә «онотоп», уны һатыуға ҡуйған. Өфөлә йәшәүсе икенсе кешенең – «Хаммер» хужаһының транспорт һалымы буйынса бурысы 200 мең һум, әммә джипты тартып алырға тура килмәгән – хужаһы шунда уҡ кәрәкле сумманы түләргә әҙерлеген белдергән.

Дөйөм алғанда тартып алынған 12 сит ил машинаһы хужалары 2 миллион һум һалым бурысын түләгән.

Республика буйынса йыл башынан мөлкәт һалымдары буйынса бурысты ҡаплауға – 177 миллион, һалым һәм страховка түләүҙәре буйынса – 1,1 миллиард һум тиерлек түләтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть