Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Азат Йыһаншин Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың бойороғо менән Азат Йыһаншин Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Башҡортостан Башлығының икенсе бойороғо менән Вәкил Буранбаев икенсе эшкә күсеү сәбәпле Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы етәксеһе вазифаһынан бушатылды.

Йыһаншин Азат Салауат улы 1973 йылдың 3 сентябрендә Учалы районының Имәнғол ауылында тыуған. «Ветеринария» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1990 йылда Учалы районының «Коммунар» колхозындай башлай.

1995-200 йылдарҙа – Учалы районының «Коммунар» ауыл хужалығы етештереү кооперативы ветеринария фельдшеры, баш ветеринария табибы. 2000-2004 йылдарҙа – Учалы ҡалаһы ветеринария станцияһы ветеринария табибы.

2004 йылда – Учалы районы «Ирәмәл» йылҡы-спорт комплексы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры.

2004-2005 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Учалы районы хакимиәтенең баш зоотехнигы, ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары. 2006-2007 йылдарҙа –  Башҡортостан Республикаһы Учалы районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе урынбаҫары. 2007-2009 йылдарҙа – Хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы Учалы районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе.

2009-2010 йылдарҙа –  Башҡортостан Республикаһы Учалы районы хакимиәте башлығы.

2010 йылда – Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры. 2010-2017 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть