Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.73

EUR 85.73

2 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Башҡортостанда йәшәүселәр ғаиләне янғындан ҡотҡарған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

12 октябрҙә төн уртаһында Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Павловка ауылында йорт янып китә. Кривле-Илюшкино ауыл советы халҡы янғынды һүндерә. Бәхеткә, ҡорбандар юҡ. Асыҡланыуынса, ут ялмап алған өйҙә ғаилә — ата-әсә һәм уларҙың улы йәшәгән.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был хәлгә тиклем шул йорт эргәһенән автомобилендә Михаил Григорьев үтеп барған. Ул төтөн еҫен һиҙеп ҡала. Болдорҙоң яныуын күреп, Михаил машинаһын туҡтата һәм «ҡыҙыл әтәс» «ҡунған» өйгә табан йүгерә. Йортҡа инергә маташыу бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй, ишек эстән бикле була. Егет юғалып ҡалмай, янғын һүндереүселәргә шылтырата, дуҫын ярҙамға саҡыра (ул үҙен танытырға теләмәй) һәм ғаиләне уятыу өсөн ишеккә, тәҙрәләргә һуға башлай.

Дуҫтар йортта йоҡлап ятҡан кешеләрҙе уятыуға ирешә. Был мәлдә болдорҙағы ялҡын арҡаһында ишектән сығыу мөмкин булмай. Улы өлкән йәштәге атаһына тышҡа сығырға ярҙам итә. Артабан дуҫтар оло ҡатынға һәм уның улына тәҙрә аша сығырға булыша. Һуңынан Михаил йортҡа селтәрле газ килеүҙе туҡтата. Шулай итеп, йәштәр өс кешенең ғүмерен ҡотҡара.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы уларға янған йорттан кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа күрһәткән ҡыйыулыҡтары һәм тәүәккәллектәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть