Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.73

EUR 85.73

29 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Молния

Республикала янған йортта көс ҡулланып үлтереү эҙҙәре менән ике ирҙең кәүҙәһе табылған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда Тәфтиш комитеты Өфө районында йәшәгән 37 йәшлек ирҙе «ике һәм унан күберәк кешене үлтереү» статьяһы буйынса ғәйепләй. Тәфтишсенең һорауы буйынса ул һаҡ аҫтына алынды.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл ноябрь башында Якшиваново ауылындағы йорт янғандан һуң ике ирҙең мәйете табылған. Уларҙың күкрәк тирәһендә яралары булған. Тәфтишселәр асыҡлауынса, бергәләп табын ҡорғандан һуң 37 йәшлек ир хужаның 23 йәшлек ҡунағы менән һүҙгә килешкән һәм уға, шулай уҡ 40 йәшлек йорт хужаһына бысаҡ менән сәнскән. Зыян күреүселәр алған яраларынан шунда уҡ вафат булған. Үлтереүсе енәйәт эҙҙәрен йәшереү өсөн өйҙәге диванға ут төртөп ҡасҡан.

Эске Эштәр министрлығы органдарының оператив хеҙмәттәре һәм Рәсәй Тәфтиш комитеты тәфтишселәре 9 ноябрҙә ғәйепләнеүсенең енәйәт ҡылыуын асыҡланы. Әле шаһиттарҙан һорау алына. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть