Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсүл Таипов Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ Республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп Рәсүл Таипов тәғәйенләнде.

Таипов Рәсүл Рафанир улы 1981 йылдың 27 майында Өфөлә тыуған. 2003 йылда «Тарих» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамалаған. Тарих фәндәр кандидаты.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1999 йылда Өфөнөң 30-сы мәктәп-интернатында башлай, унда Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы булып эшләй.

2004-2015 йылдарҙа – Мәғарифта заманса технологиялар институтында ғилми-методик бүлек инспекторы, менеджер, әйҙәүсе менеджер, аттестация үҙәге директоры, Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһының уҡыу-методика идаралығы етәксеһе.

2015-2017 йылдарҙа –  Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ Республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть