Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың агросәнәғәт комплексы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында – механизаторҙар, тракторсылар, хужалыҡ һәм предприятие етәкселәре, агрономдар, малсылар һәм башҡалар. 40 кеше ордендар, айырмалыҡ билдәләре, маҡтау ҡағыҙҙары, исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

— Башҡортостаныбыҙ илдә ауыл хужалығы етештереүендә алдынғы урындарҙы биләй. Күп кенә күрһәткестәр буйынса беҙ Рәсәй Федерацияһында алдынғыларҙың береһе, – тине Рөстәм Хәмитов. – Йән башына уртаса ит, һөт, иген етештереү Рәсәй күрһәткестәренән байтаҡҡа юғары. Беҙҙең аграр етештереү, ауыл хужалығы сәнәғәте артабан да үҫешһен өсөн барыһын да эшләйбеҙ, әлбиттә.

Һуңғы йылдарҙа фермерҙар һәм ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн дотациялар ярайһы уҡ артты, тип билдәләне республика Башлығы.

— Ауыл хужалығы продукцияларын етештереүҙә өҫтөнлөктөң шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙан профессиональ коллективтарға күсеүен күрәбеҙ. Биш йыл элек шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа агросәнәғәт продукцияһының яҡынса 70 проценты етештерелһә, бөгөн тиңлек өлгәшелгән – яҡынса 50/50, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә артабан да алға барырға, яңыртыуҙы дауам итергә, ауылды техника менән, яңы фән ҡаҙаныштарын, яңы технологияларҙы тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк. Был бик оҙаҡ, күп тырышлыҡ, ҡайһы бер һорауҙарҙа интеллектуаль ҡараш талап иткән процесс. Ошо эште һеҙҙең менән дауам итербеҙ.

Төбәк етәксеһенең һүҙҙәренсә, бөгөнгө наградалар – лайыҡлы.

— Тармаҡта ныҡлы, көслө кешеләр эшләгәнен беләм, уларҙа алға китеү энергияһы, теләге бар, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был залда үҙенең нигеҙлелеген, эште ойоштора белеү көсөн раҫлағандар йыйылған. Барығыҙға ла иң изге теләктәр, һаулыҡ теләйем. Эшегеҙҙең артабан да шулай яҡшы кимәлдә барыуын теләйем.

Тулы стенограмма һәм бүләкләнеүселәрҙең исемлеге Башҡортостан Башлығының рәсми сайтында баҫылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть