Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ҡыш һуңлап килә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Атмосферала өҫтөнлөк иткән көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайыш ағымдар Арктика һалҡынына Уралға үтеп инергә ирек бирмәй. Шуға күрә Башҡортостан биләмәһендә ҡыш һуңлап килә, тип хәбәр итә республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы.

Ноябрҙең тәүге 10 көнө 2-4 градусҡа йылыраҡ, төндә һауа температураһы 0,-7, көндөҙ -1,+3 градус булды. Йыш ҡына томан төштө, тип хәбәр итә Башгидромет.

Алдағы ял көндәрендә төбәктә елһеҙ, яуым-төшөмһөҙ һауа торошо һаҡлана. Урыны менән томан, еңелсә боҙлауыҡ көтөлә. Һауа температураһы төндә -1,-6, аяҙытҡанда 11 градусҡаса һалҡын, көндөҙ 0 тирәһе.

Киләһе аҙна башында йылы һауа торошо һаҡлана, яуым-төшөм ихтималлығы арта. Бөтә ерҙә лә ҡар ятыуы көтөлмәй. Республика метеостанцияһы мәғлүмәттәре буйынса, 10 ноябргә Башҡортостан биләмәһенең яртыһында ғына ҡар япмаһы күҙәтелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть