Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республиканың иң яҡшы 10 механизаторы «Шевроле Нива» автомобилдәре менән бүләкләнде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Быйыл уңыш йыйыуҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн республика конкурсы еңеүселәре «Шевроле Нива» автомобилдәре менән бүләкләнде. Республиканың иң яҡшы аграрийҙарын бүләкләү тантанаһы Өфөләге Конгресс-холда, Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләү барышында үтте. Конкурста еңгән комбайнсыларға асҡысты Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов тапшырҙы.

«Иң яҡшы комбайнсы» номинацияһында бер нисә кеше иң яҡшылары тип танылды. Улар араһында — Баҡалы районынан «Үмәр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы Дмитрий Григорьев; Стәрлетамаҡ районынан Даниил Лошактың крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы Владимир Филонов; Ғафури районынан «Уңыш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы Альберт Мөхәмәтҡолов; Ҡалтасы районынан крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Владислав Бикмурзин; Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге агросәнәғәт предприятиеһы механизаторы Әхмәт Фәттәхов һәм Дыуан киң профилле колледжы уҡыусыһы Илнар Ниғәмәтйәнов. Уларҙың һәр береһе «Шевроле Нива» автомобилен алды.

Быйыл «Иң яҡшы үҙйөрөшлө сапҡыс операторы» номинацияһында Нуриман районынан Рафаэль Йосоповтың крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы Раил Раянов еңеүсе булды.

«Иң яҡшы йөк автомобиле водителе» номинацияһында Ҡырмыҫҡалы районының «Артемида» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте водителе Михаил Шерышов иң яҡшыһы тип танылды.

«Иң яҡшы сөгөлдөр йыйыу комбайны операторы» номинацияһында Шишмә районының «Агро-Альянс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы Айрат Вәлиәхмәтов еңде.

«Иң яҡшы туңға һөрөү механизаторы» номинацияһында Фәвил Хәбибрахмановтың крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы Флюз Сафин еңеү яуланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть