Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәтендә «Салауат Ватаны» аграр-этнографик проекты менән таныштырҙылар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостан хөкүмәтендә «Салауат Ватаны» туристик аграр-этнографик комплексы проектын тәҡдим иттеләр. Таныштырыу сараһы төньяҡ-көнсығыш райондарҙы социаль-иҡтисади үҫтереүҙең һәм Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаларын тормошҡа ашырыу мониторингы офисы ултырышы барышында уҙҙы.

Инвестиция проектын уны инициаторы, «Аҡ Йорт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Алмас Шакиров тәҡдим итте. Уның һүҙҙәренсә, Салауат районында туристик баҙарҙа биләмәнең конкурентлыҡҡа һәләтен билдәләгән төп факторҙар: ял итеү өсөн тәбиғәт ресурстары, шифаханалар, тарих, мәҙәниәт, археология ҡомартҡылары бар. Улар ошо биләмәне спорт, дауалау-һауыҡтырыу һәм мәҙәни туризм өлкәһендә күрһәтергә мөмкинлек бирә. Экологик хәлдең һәйбәт булыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Проект бәләкәй ауылдарҙа йәшәүселәргә аҡса эшләү мөмкинлеген бирә.

Республика Министрҙар Кабинетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Алмас Шакиров һәм Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре Салауат районында проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн майҙансыҡ һайлаясаҡ. Проект 2017 йылдың декабрендә I Төбәк-ара төньяҡ-көнсығышты үҫтереү форумында тәҡдим ителер тип көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть