Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Күренекле Рәсәй яҙыусыһы һәм сатиригы Михаил Задорнов арабыҙҙан китте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Билдәле Рәсәй яҙыусыһы һәм сатиригы Михаил Задорнов 70-се йәшендә вафат булды. «Известия» гәзите мәғлүмәтенсә, актер оҙаҡ ваҡыт онкология сире менән яфаланды. 2016 йылдың йәйендә ауырыуы киҫкенләшеүе сәбәпле юмор оҫтаһы бөтә сығыштарын һәм гастролдәрен күсерҙе. Былтыр йыл аҙағында уға Германияла операция яһалды.

Михаил Задорновтың ТАСС агентлығында баҫылған биографияһында танылған сатириктың ата-әсәһе Өфөлә танышҡан тип яҙылған. Поляк дворяны нәҫеленән булған әсәһе Өфөләге завод гәзитендә корректор булып эшләгән. Шунда ул Николай Задорнов менән танышҡан. 1946 йылдан ғаилә Латвия ССР-ында йәшәгән. «Өфө ГИД» сайтында 30-сы йылдарҙа Михаил Задорновтың атаһы рус драма театры сәхнәһендә уйнаған, шулай уҡ Белоретҡа гастролдәргә сыҡҡан тип хәбәр ителә.

Елена Красникованың «Человек-неформат, или 6:5 в пользу Задорнова» документаль фильмы Михаил Задорновтың тормошона һәм ижадына бағышланған. 1974 йылда асылған 5043 Zadornov төп бүлкәт астероиды сатириктың хөрмәтенә аталған.

Теги: хәтер
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть