Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Мәғариф һәм фән министрлығы намыҫһыҙ ата-әсәләр реестрын әҙерләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы намыҫһыҙ ата-әсәләр, уллыҡҡа һәм ҡарауға алыусылар берҙәм реестрын эшләү буйынса закон проектын әҙерләгән. Тейешле документ федераль норматив-хоҡуҡи акттар проекттары порталында урынлашҡан, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.

Рәсәй Федерацияһының Ғаилә кодексына ярашлы, ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән йәки ата-әсә хоҡуғынан сикләнгән, ҡарауға алыусы бурысынан бушатылған граждандар уллыҡҡа бала ала йәки йәнә опекун булып тәғәйенләнә алмай, әммә компетентлы органдар араһында үҙ-ара мәғлүмәт менән алмашыу тәртибе булмағанға күрә ундай осраҡтар килеп тыуҙы.

«Закон проекты тарафынан тәҡдим ителгән үҙгәрештәр балаларҙы уларҙың уҡ мәнфәғәтендә намыҫһыҙ ата-әсәләр, уллыҡҡа алыусылар, опекундар, бағыусылар ғаиләләренә тәрбиәгә бирмәүҙе тәьмин итәсәк», — тиелә закон проектындағы аңлатма хатында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть