Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала революцияның 100 йыллығына «Кинолениниана» күрһәтәләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

15 ноябрҙә «Родина» кинотеатрында Бөйөк Октябрь революцияһының 100 йыллығына арналған «Кинолениниана» сараһы үтә. Кинотеатр холында республика тормошонда һәм Ленин шәхесендә революция осорона арналған Башҡортостан республикаһы Милли музейы һәм Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана күргәҙмәләре тәҡдим ителәсәк. Шулай уҡ төрлө йылдарҙа революция юлбашсыһы образын тыуҙырған Совет һәм Рәсәй киноһы актерҙары хаҡында стенд эшләйәсәк.

Ҡыҙыл залда Лениндың ролен күренекле совет актеры Михаил Кондратьев башҡарған «Вихри враждебные», «Они были первыми», «По путевке Ленина», «В едином строю» фильмдарынан өҙөктәр күрһәтеләсәк. Артабан Ленин ролендә Борис Щукин уйнаған Михаил Ромдың «Ленин в Октябре» (1937 йыл) фильмы тәҡдим ителәсәк. Инеү ирекле. Башлана киске 7-се яртыла.

Сараны Рәсәй Дәүләт кинофильмдар фонды булышлығында Башҡортостан Кинематографистар союзы ойоштора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть