Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәленә 50 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Бөгөн, 10 ноябрҙә, Өфөлә республиканың Хәрби Дан музейында «Башҡортостандың азатлыҡ символы» күргәҙмәһе асыла. Экспозиция Салауат Юлаев һәйкәленең 50 йыллығына арналған.

Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, күргәҙмәлә һәйкәлдең тарихы һәм хәҙергеһе менән бәйле материалдар, һәйкәл төҙөлөшө хронологияһын сағылдырған фотоһүрәттәр һәм документтарҙы күрергә мөмкин. Экспонаттар араһында һәйкәлдең тәүге моделенең бәләкәй күсермәһе лә урын алған.

Скульптор Сосланбәк Тавасиев һәйкәл өҫтөндә 25 йыл эшләй, уның тарихына бағышланған стенд күргәҙмәлә айырым урынды биләй. Музейға килгән кешеләр Тавасиевтар ғаиләһенең шәхси архивынан үҙенсәлекле материалдар менән таныша ала. Күргәҙмә Башҡортостандың милли батырының образы мәңгеләштерелгән предметтарҙы ла үҙ эсенә ала: Салауат ҡалаһы һәм Салауат районы, «Салауат Юлаев» хоккей клубы уның исемен йөрөтә.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге республика художество гимназия-интернаты уҡыусыларын, «Башҡортостандың азатлыҡ символы» һүрәттәр конкурсында ҡатнашыусыларҙы бүләкләү уҙа.

Күргәҙмә 10 декабргә тиклем эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть