Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәк уҡыусылары «Артек» лагерынан ГТО айырмалыҡ билдәләре менән ҡайтты

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

6 ноябрҙә «Артек» халыҡ-ара балалар лагерында «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының Йәйге фестивален ябыу сараһы үтте. Ярыштарҙа илдең 85 төбәгенән 660 уҡыусы, шул иҫәптән Башҡортостандан балалар ҡатнашты.

Һигеҙ уҡыусы тыуған төйәгенә ГТО айырмалыҡ билдәләре менән ҡайтты.

«Төркөмдө «Өфө» аэропортында Хәрби-спорт фонды вәкилдәре ҡаршы алды. Балалар туғандарына һәм яҡындарына айырмалыҡ, сифат билдәһе сертификаттарын күрһәтте», —  тип һөйләнеләр Хәрби-спорт флотында.

Уҡыусылар 60, 1500 (2000) метрға йүгереү, пневматик мылтыҡтан атыу, көс гимнастикаһы, туп ырғытыу, урындан оҙонлоҡҡа һикереү, арҡала ятып тәнде күтәреү, йөҙөү, гимнастика эскәмйәһендә тура аяҡтар менән тороп алға эйелеү кеүек һынауҙарҙы үтте.

Шәхси һәм команда зачетында йомғаҡ яһалды.

Был фестиваль бөтә төбәктәрҙе лә берләштерә алды. Ошо сарала төп ролдәрҙең береһе – иң һәләтле йәштәрҙе йыйған үҙе «Артек» лагерында. Хәҙер ижадтағы, мәғарифтағы, мәҙәниәттәге ҡаҙаныштар тураһында ғына түгел, спорттағы һөҙөмтәләр хаҡында ла һөйләй алабыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дәүләт Думаһы депутаты Светлана Журова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть