Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 40-90 мең һум эш хаҡы түләнгән яңы вакансиялар баҫылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы эш хаҡы 40 мең һумдан ашыуыраҡ булған яңы вакантлы урындар хаҡында мәғлүмәт баҫтырып сығарҙы.

Ведомство хәбәр итеүенсә, «Башнефтегеофизика» акционерҙар йәмғиәтенә вахта ысулы менән эшләү өсөн әйҙәүсе геофизик талап ителә. Эш тәжрибәһе өс йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.

Белгестең бурысы — нефть һәм газ скважиналарын быраулау процесын оҙатыу. Хеҙмәт хаҡы — 90 мең һум.

Саҡмағош һөт заводы баш инженерҙы эшкә ҡабул итә. Уның бурысы — ҡорамалдың техник торошон, ремонт эштәренең сифатын тикшереүҙә ҡатнашыу, шулай уҡ яңы ҡорамалды ҡабул итеү, уның иҫәпкә ҡуйыу һәм паспортлаштырыу.

Хеҙмәт хаҡы — 70 мең һум.

Һамарҙағы «Желдорпроект Поволжья» проект-эҙләнеү институты юл һәм станциялар бүлеге баш белгесен эҙләй. Тимер юлдарҙы проектлауҙа эш тәжрибәһе биш йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.

Иҫкәрмә: эш урыны инвалидтар өсөн.

Хеҙмәт хаҡы — 43,6 мең һум.

Өфөләге «Дортрансстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә төҙөлөш участкаһы начальнигы кәрәк.

Эш хаҡы — 50 мең һум, социаль пакет.

Ошо уҡ предприятиеға вахта ысулы менән эшләү өсөн КамАЗ водителе талап ителә.

Хеҙмәт хаҡы — 60 мең һум, социаль пакет.

Ошо һәм башҡа вакансиялар менән Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының халыҡ мәшғүллеге мәғлүмәт порталында танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть