Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Бөгөн республикала Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләйҙәр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Бөгөн республика аграрийҙары үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

«Һеҙҙең еңел булмаған хеҙмәтегеҙ менән иген үҫтерелә, ит һәм һөт етештерелә. Аҡылығыҙ, туйындырыусы еребеҙгә һаҡсыл мөнәсәбәтегеҙ, хеҙмәт һөйөүсәнлегегеҙ һәм түҙемлегегеҙ хөрмәткә лайыҡ. Һеҙҙең һәммәгеҙгә, айырыуса хеҙмәт алдынғыларына һәм ветерандарға, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һәм крәҫтиән эшенә тоғролоғоғоҙ өсөн ҙур рәхмәт. Барлыҡ агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренә ныҡлы һаулыҡ, яңы уңыштар һәм йылда аяҙ көндәрҙең күберәк булыуын теләйем», — тип мөрәжәғәт итте ауыл эшсәндәренә Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан рәсми тантаналар Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залында һәм Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында хеҙмәт алдынғыларын хөкүмәт дипломдары һәм дәүләт наградалары менән бүләкләүҙән башлана.

Көндөң икенсе яртыһында Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан аграрийҙарының һөнәри байрамына арналған тантаналы йыйылыш була.

Унда төбәктең беренсе кешеләре, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, Башҡортостан башлығы хакимиәте, хөкүмәт вәкилдәре, район делегациялары, алдынғы агросәнәғәт комплексы предприятиелары етәкселәре, ҙур фермер хужалыҡтары башлыҡтары ҡатнаша.

Тантаналар ҙур байрам концерты менән тамамлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть