Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһы Германия Федератив Республикаһында «Башҡортостан дуҫтары» ойошмаһының 20 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнаша

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлиф Фәйезов/.

19-23 ноябрҙә Башҡортостан  Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов етәкселегендәге республика делегацияһы Германия Федератив Республикаһының Галле, Дрезден һәм Лейпциг ҡалаларына юллана.

Саралар Башҡортостан һәм Германия араһында мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыу, Өфө һәм Галле ҡалалары араһында күп яҡлы бәйләнештәрҙе уңышлы үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырыу, Германияла йәшәгән ватандаштарыбыҙ менән дуҫлыҡ ептәрен нығытыу маҡсатында уҙғарыла.

Галле ҡалаһында республика делегацияһы «Башҡортостан дуҫтары» ойошмаһының 20 йыллығына арналған Юбилей аҙналығында ҡатнаша. Галле һәм Дрезден ҡалаларында йәшәүселәргә Башҡортостан сәнғәт оҫталарының концерты тәҡдим ителә. Концерт программаһында — Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистарының сығышы. Шулай уҡ фотокүргәҙмә, башҡорт кинематографистарының фильмдарын күрһәтеү, Галле ҡалаһында башҡорт уйын майҙансығында иҫтәлекле таҡтаташ асыу тантанаһында ҡатнашыу, ҡала мэрияһында рәсми осрашыу күҙаллана.

Мәҙәниәт көндәре барышында Лейпциг һәм Дрезден ҡалаларында ватандаштарыбыҙ менән осрашыу, рус армияһының 1813-1814 йылдарҙағы сит ил походтарында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәренең һәйкәленә сәскә һалыу ҡаралған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Германияла Өфө һәм Галле ҡалалары араһындағы туғандаш мөнәсәбәттәрҙең 20 йыллыҡ юбилейы һәм «Башҡортостан дуҫтары» ойошмаһының 20 йыллығы уңайынан байрам аҙналығы Мәскәүҙең «Zaman» башҡорт төркөмө концерты менән тамамлана. Мәскәү музыканттары Галлела Саксония-Анхальт ере Мәҙәниәт министрлығының шәхси саҡырыуы буйынса сығыш яһай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть