Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Водителдәр өсөн штраф йәнә артты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәйҙә административ кодекстың йәйәүлеләргә юл бирмәгән водителдәр өсөн язаны көсәйткән статьяһы үҙ көсөнә инә. Хәҙер ул 1500 һум урынына 1,5 меңдән 2,5 мең һумға тиклем тәшкил итә.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин 31 октябрҙә автомобилсенең йәйәүлене үткәреүҙән баш тартҡан өсөн штрафты арттырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Административ кодексҡа төҙәтмәләргә ярашлы, «юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең йәйәүлеләргә, велосипедсыларға йәки башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға юл биреү талабын үтәмәгән» өсөн яңы штраф күләме билдәләнә.

Өҫтөнлөк менән файҙаланған йәйәүлеләргә һәм велосипедсыларға юл бирмәгән водителгә яза ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть