Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы башлығы хеҙмәткәрҙәрҙе совет милицияһының 100 йыллығы менән ҡотланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы башлығы Роман Деев һәм Башҡортостандың эске эштәр органдары һәм эске ғәскәрҙәр ветерандары советы рәйесе, отставкалағы милиция генерал-майоры Винер Ғәзиев республика полицейскийҙарын Рәсәй Федерацияһының эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө һәм совет милицияһының 100 йыллығы менән ҡотланы.

«Заманса саҡырыу һәм янау шарттарында законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса бурыстарҙы һөҙөмтәле хәл итеү беҙҙән һөнәри әҙерлек кимәлен даими арттырыуҙы талап итә. Түҙемлек һәм үҙ-үҙеңде тота белеү, яуаплылыҡ һәм теләһә ҡайһы минутта ярҙамға килергә әҙер булыу уңышлы эштең нигеҙе булып ҡала. Үҙҙәрен Рәсәйгә һәм уның халҡына хеҙмәт итеүгә бағышлаған кешеләр ошондай сифаттары менән айырылып тора», — тиелә ҡотлауҙа.

Ведомство башлығы һәләк булған иптәштәренең бирешмәүсәнлеген һәм ҡыйыулығын айырыуса билдәләне. Улар үҙҙәренең хеҙмәт бурысын намыҫ менән үтәп, башҡаларҙы ҡотҡарыу өсөн ғүмерен бирҙе.

Министр ветерандарға һөнәргә тоғролоҡтары, йәш белгестәрҙе, уларҙа юғары әхлаҡи ҡиммәттәр, илһөйәрлек тойғоһо һәм тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙә ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть