Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфө уҡыусылары Сүриә балалары өсөн тоннанан ашыу бүләк йыйҙы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфөлә Совет районының 17 мәктәбе Сүриә балаларына ярҙам итеү хәйриә акцияһында ҡатнашып, улар өсөн тоннанан ашыу гуманитар ярҙам йыйҙы.

«Күптәрҙең акцияны күтәреп, ярҙам иткәндәре өсөн бик шатмын, был башҡаларҙың яҙмышына битараф булмағанды аңлата. Мин балаларға ярҙам итеү өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйып, үҙ өлөшөмдө индерҙем», — тип һөйләне 96-сы лицей уҡыусыһы Настя Негодина.

110-сы мәктәп уҡыусыһы Антон Климиндың һүҙҙәренсә, бындай акциялар мәктәптә йыш уҙғарыла. Уҡыусылар Сүриәгә генә түгел, Ҡырымға, Донецкиға һәм Луганскиға, ә Ватанды һаҡлаусылар көнөндә – хәрби хеҙмәт итеүселәргә посылкалар йыя.

Акция барышында Совет районы мәктәптәрендә бөтәһе бергә тоннанан ашыу ауырлыҡта 57 посылға йыйылған. Уларҙа – мәктәп кәрәк-яраҡтары, шәхси гигена әйберҙәре, консервалар һәм макарон изделиелар, йомшаҡ уйынсыҡтар. Бөтә йыйылған гуманитар ярҙам артабан Сүриәгә оҙатыу өсөн республиканың Хәрби хеҙмәт итеүселәрҙе һәм уларҙың ғаилә ағзаларын яҡлау комитетына илтеп бирелгән, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть