Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан Республикаһы һәм Ҡаҙағстандың Павлодар өлкәһе араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә Силәбелә XIV Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Павлодар өлкәһе Аҡыматы араһында сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Павлодар өлкәһе Аҡымы Булат Бакауов ҡул ҡуйҙы.

Килешеү ике яҡлы бәйләнештәрҙе үҫтереү һәм төбәктәрҙең иҡтисади хеҙмәттәшлегенә булышлыҡ итеү маҡсатында төҙөлдө. Уға ярашлы төбәктәр химия һәм нефть химияһы сәнәғәте, ауыл хужалығы, машина эшләү, транспорт, фән, мәҙәниәт, мәғариф, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итәсәк. Шулай уҡ туған телдәрҙе һәм милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү менән шөғөлләнеүсе йәмәғәт берләшмәләренә булышлыҡ итеү күҙаллана.

— Беҙ үҙебеҙҙә һәм Павлодар өлкәһендә булған уртаҡ үҫеш нөктәләрен эҙләйбеҙ. Павлодар өлкәһе нефть эшкәртеү, нефть химияһы сәнәғәте менән танылған. Павлодар нефть эшкәртеү заводы яҡынса 6 миллион тонна нефть эшкәртә. Башҡортостан ярайһы уҡ күберәк – 27 миллион тонна. Әммә эш унда түгел. Эш үҫеш нөктәләре барлығында, беҙҙең Башҡортостан нефть һәм газ химияһы кластеры өсөн Павлодар өлкәһендә эшләү мөмкинлегендә, – тине Рөстәм Хәмитов. –  Дегелацияларыбыҙ менән алмашырбыҙ, ҡарарбыҙ тип килештек. Павлодар өлкәһе мәнфәғәтендә беҙҙең нефтселәрҙең, етештереүселәрҙең, проектлаусыларҙың мөмкинлектәрен ҡуллана алырбыҙ тип ышанам.

Документҡа ҡул ҡуйғандан һуң Рөстәм Хәмитов форум сиктәрендә барған «Кешелек капиталын үҫтереү» күргәҙмәһендә булды, шулай уҡ «Урал-Ҡаҙағстан далаларының Арҡайым донъяһы» экспозицияһы менән танышты.

— Башҡортостан делегацияһы менән күптән түгел Силәбе өлкәһендә булдыҡ. Ҡала биләмәһендә күп кенә заводтарҙа булдым. Бөгөн уларҙың продукцияһы тәҡдим ителгән, тип әйтәһем килә. Атап әйткәндә, «Транснефть» компанияһының экспозицияһы оҡшай. Иҫ киткес ҡоролмалар, механизмдар, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Бынан тыш, мәғарифҡа арналған стендта мәктәпте, техникумды, инстиутты, университетты тамамлаусы бер үк ваҡытта етештереү урынында тәжрибә алып, шуның менән эшкә әҙер булып сыҡҡан ике яҡлы белем биреү варианттарын ҡараныҡ. Дөйөм алғанда, бөтәһе лә ҡыҙыҡлы, ихтыяжлы, әлбиттә. Быларҙың барыһы ла Башҡортостанда кәрәк.

Тышҡы сауҙа әйләнеше күләме буйынса Ҡаҙағстан Башҡортостандың сит ил партнерҙары араһында – дүртенсе, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенә ингән илдәр араһында беренсе урынды биләй. 2016 йылда Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан араһында уртаҡ сауҙа күләме 375 миллион долларҙан ашыу тәшкил итте. Был сумманың 90 проценттан ашыуы (342 миллионы) экспортҡа тура килә. Башҡортостандың Ҡаҙағстанға оҙатҡан төп тауарҙары иҫәбендә – нефть һәм химия сәнәғәте продукттары, гербецидтар, минераль ашламалар, кальцийлы һәм каустик сода, каучук, ағас эшкәртеү продукциялары, быяла, ҡуртымға ҡара металл, төҙөлөш материалдары, нефть промыслаһы ҡорамалдары, транспорт техникаһы һәм башҡа изделиелар. Республикаға ҡуртымға ҡорос, минераль ашламалар етештереү өсөн сеймал, ҡорамалдар, он-ярма продукциялары индерелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть