Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ҡытай туристары Башҡортостанда булып китте: улар сәйәхәт хаҡында тәьҫораттары менән уртаҡлашты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Октябрь аҙағында Башҡортостанға Ҡытайҙан бер төркөм туристар килде. Ҡытай туроператорҙары һәм төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ойошторған матбуғат туры сиктәрендә сит ил вәкилдәрен республика менән таныштырҙылар.

Сит ил ҡунаҡтары Башҡортостанда алты көн һәм биш төн булды. Ошо ваҡыт эсендә улар Өфөнөң иҫтәлекле урындары менән танышыуҙан тыш, «Башҡортостан» милли паркындағы Йомағужа һыу һаҡлағысын һәм Нуриман районындағы «Ҡыҙыл шишмә»не лә күреп өлгөрҙө.

Тыуған илдәренә ҡайтҡас, турҙа ҡатнашыусыларҙың береһе үҙенең Башҡортостанға сәйәхәте тураһында ҙур мәҡәлә яҙған.

Тәү сиратта турист Мәскәүҙән Өфөгә тиклем трансферҙың төрлө варианттары, билетҡа хаҡтар хаҡында яҙа, сәйәхәтселәр өсөн файҙалы кәңәштәр бирә. Ул Өфөнөң Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы, Азия  менән Европаны тоташтырған ҡала булыуына иғтибарҙы йүнәлтә.

Башҡортостанда кешеләрҙең тышҡы ҡиәфәте рус халҡыныҡынан һиҙелерлек айырылып тороуын билдәләй ул. «Уларҙың күҙҙәре ҡыҫығыраҡ, ә танауҙары европалыларҙыҡы кеүек оҙон», — тиелә мәҡәләлә.

Сәйәхәтсе мәҡәләһенең күпселек өлөшөн милли аш-һыуға арнаған, бишбармаҡ, тултырма, ҡымыҙ һәм сәк-сәк тураһында яҙған. Уның һүҙҙәренсә, сәк-сәк тәме һәм тышҡы йөҙө буйынса ҡытайҙарҙың «Сачима» ризығына оҡшаш. Уны әҙерләгәндә бал урынына сироп файҙаланалар.

Мәҡәлә авторы башҡорт балының сифаты тураһында бик яҡшы фекерҙә. Быға дәлил итеп ул Башҡортостандың донъяла уникаль солоҡ умартасылығы һаҡланып ҡалған берҙән-бер төбәк икәнлеге тураһында мәғлүмәттәр килтерә. Ҡытай кешеһе ватандаштарының иғтибарын республикала 100-ҙән ашыу төрлө этник төркөм йәшәүенә, Өфөнөң Рәсәй мосолмандарының диниә үҙәге булып тороуына йүнәлтә.

Сит ил ҡунағына башҡорттарҙың милли батыры Салауат Юлаев һәйкәле бик оҡшаған. «Республикала ҡала һәм урамдар, хатта хоккей командаһы уның хөрмәтенә аталған», — тип яҙа автор.

Башҡортостанды күрергә теләгәндәргә сәйәхәтсе Өфө ипподромына, республиканың Милли музейына, «Рәсәй — минең тарихым» паркына, сиркәүҙәргә һәм мәсеттәргә барырға кәңәш итә.

Теги: туризм
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть