Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Владимир Путин Башҡортостандан сенаторҙы II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләне

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Владимир Путин Башҡортостандан сенатор Рафаил Зинуровты II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләне. 2017 йылдың 2 ноябрендә Рәсәй Президенты тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Документта билдәләнеүенсә, Рафаил Зинуров ошо наградаға Рәсәй дәүләтселеген нығытыуға ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн лайыҡ булды.

«Шундай абруйлы награда алыу минең өсөн бик мәртәбәле. Хеҙмәтемде юғары баһалағандары өсөн ихлас шатмын. Ошо баһаның иңемә халыҡҡа ҙур файҙа килтереү өсөн көстәрҙе туплау талап иткән өҫтәмә яуаплылыҡ һалыуын аңлайым», — тип билдәләне Рафаил Зинуров, бүләкләү тураһында яңылыҡҡа аңлатма биреп.

Рафаил Зинуровтың һөнәри сифаттары һәм бай парламент эшмәкәрлеге тәжрибәһе Федераль Йыйылыштың юғары палатаһында иғтибарһыҙ ҡалманы: коллегалары бер тауыштан уны Халыҡ-ара эштәр буйынса комитет рәйесе урынбаҫары итеп һайланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть