Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә дизель яғыулығы ҡиммәтләнде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфөләге яғыулыҡ ҡойоу станцияларында дизель яғыулығы ҡиммәтләнде, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

7 ноябргә һайланма аҙналыҡ мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә дизель яғыулығының бер литры 0,2 процентҡа артып, 36,86 һумға еткән.

Башҡортостандың баш ҡалаһында бензинға хаҡтар бер аҙна эсендә үҙгәрешһеҙ ҡалған. Мәҫәлән, А-76 (АИ-80) маркалы бензиндың бер литры әле уртаса 34,30 һум тора. АИ-92 бензинының бер литры уртаса — 36,17, АИ-95 39,34 һумға баһалана.

2016 йылдың 7 ноябре менән сағыштырғанда дизель яғыулығының хаҡы Өфөлә 6,6 процентҡа артҡан. Автомобиль бензины — уртаса 3,7 процентҡа. АИ-92 бензины башҡа маркаларға ҡарағанда нығыраҡ ҡиммәтләнгән — 4,3 процентҡа.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть