Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Башлығы бешмә буйынса карантинды алғандан һуң сикләү сараларын үтәргә ҡушты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың ике районында бешмә буйынса карантинды алғандан һуң хәүефле пункттарҙа һәм хәүеф янаған зоналарҙа сикләү саралары комплексын үтәүҙе тәьмин итергә ҡушты. Улар «хайуандарҙың бешмә ауырыуын иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса саралар тураһында Инструкцияға ярашлы» үтәлергә тейеш, тип билдәләнә республика башлығы Указында.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында Туймазы районындағы «Нур» крәҫтиән хужалығы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Йәрмөхәмәт, Үрмәкәй, Ҡандра, Түбәнге Ҡаранйылға ауылдары һәм Бүздәк районы Кәпәй-Ҡобау ауылы советы биләмәһендәге «Ҡыҙаш» колхозы биләмәләренән бешмә буйынса карантинды алыу тураһында указ баҫылды.

Указдың үтәлешен контролдә тотоу республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдиновҡа йөкмәтелде.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, бешмә сире эҙемтәләрен бөтөрөү барышында 1,7 мең баш мал юҡ ителде. Нигеҙҙә был эре малдар, кәзәләр һәм һарыҡтар.

Бешмә вирусы Башҡортостандың Туймазы һәм Бүздәк райондарында асыҡланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть