Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала шәкәр сөгөлдөрө майҙандың 97 процентында йыйып алынған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, шәкәр сөгөлдөрө 50 мең гектарҙан ашыу майҙанда йыйып алынған, был пландың 97 процентын тәшкил итә.

Республика буйынса бөтәһе яҡынса 1,543 миллион тонна татлы тамыр йыйылған. Гектарынан уртаса уңыш — 308 центнер.

Өфө һәм Ғафури райондары хужалыҡтарында әүәлгесә уңыш юғары — һәр гектарҙан 400 һәм 383 центнер.

Иң күп шәкәр сөгөлдөрөн Благовар районында ҡаҙып алғандар — 220 мең тоннаға яҡын, ә Бүздәк районы хужалыҡтары 142 мең тонна самаһы оҙатҡан.

Бөтәһе 925 мең тоннанан ашыу татлы тамыр оҙатылған, шуның 612 мең тоннаға яҡыны эшкәртелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть