Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Сираттағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү ваҡыты билдәләнде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Сираттағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2020 йылдың 1-31 октябрендә уҙғарыла. Рәсәй Хөкүмәте ошо хаҡта бойороҡ ҡабул итте, ул Министрҙар Кабинеты сайтында баҫылған.

Документта әйтелеүенсә, ойоштороу мәсьәләләрен эшкәртеү маҡсатында 2018 йылдың 1-31 октябрендә дөйөм халыҡ иҫәбен алыу ойошторола һәм 550 мең кешене үҙ эсенә ала.

Халыҡ иҫәбен алыу барышында Рәсәй, ил төбәктәре, муниципаль берәмектәр халҡының һаны һәм составы тураһында рәсми мәғлүмәт йыйыу күҙаллана. Шулай уҡ халыҡтың белем кимәле, милли һәм тел составы, социаль-иҡтисади характеристика иҫәпкә алына.

Бынан алдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2010 йылдың октябрендә үткәрелде. Унда 141 миллиондан ашыу кеше ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть