Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда «Ике аҡҡош» музыкаль бәйгеһе уҙғарыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда «Ике аҡҡош» республика музыкаль конкурсы ойошторола. Йолаға әйләнгән музыкаль проект Рәсәй Федерацияһы артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашеваның һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, аккордеонсы һәм композитор Бәхти Ғайсиндың ижадына бағышланған.

«Ике аҡҡош» фестивале «Инструменталь башҡарыу» һәм «Яңғыҙ йырлау» номинациялары буйынса уҙғарыла. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәүгеләре өсөн конкурс 10 ноябрҙә Ауырғазы районында, Бәхти Ғайсиндың тыуған яғында, йырсылар бәйгеһе иһә 23 ноябрҙә Шишмә районында, Фәриҙә Ҡудашеваның тыуған төйәгендә була.

«Ике аҡҡош» еңеүселәре 2 декабрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында сығыш яһай.

Сараны ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, «Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть