Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Баш ҡалала йәшәгән бер ир 13 йәшлек ҡыҙыҡайҙы көсләгән, һуңынан ул ауырға ҡалған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөнөң Калинин районы суды 66 йәшлек ирҙе 6 айға иркен сикләп, ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 13 йылға иркенән мәхрүм итте. Ул «ун дүрт йәше тулмаған ҡыҙҙы көсләү» статьяһы буйынса ғәйепле тип танылды.

Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2015 йылдың сентябрендә енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүсе уның ейәнсәренә ҡунаҡҡа ингән 13 йәшлек ҡыҙыҡайҙы көсләгән. Ошо енәйәт тураһында ярты йыл үткәс, ҡыҙҙың ауырлы икәнлеге асыҡланғас ҡына билдәле булған. Һорау алғанда ир үҙен сирҙәрҙе дауалаусы имсе тип танытҡан.

Шаһиттар әйтеүенсә, ул быға тиклем дә тағы өс бәлиғ булмаған ҡыҙға енси мөнәсәбәткә инергә тәҡдим иткән. Уларҙың береһенә ул уның ендәрен ҡыуырға вәғәҙәләгән.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныманы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть