Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә дартс буйынса Башҡортостан чемпионаты башлана

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

11 ноябрҙә Башҡортостандың спорт әҙерлеге үҙәгендә дартс буйынса республика чемпионаты башлана.

Иң тәүҙә спортсылар шыбаға тота һәм күнекмәләр эшләй, һуңынан турнирҙы асыу тантанаһы була. Аҙаҡтан чемпионат бүләктәре өсөн көрәште парлы, һуңынан шәхси разрядта ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар башлай. Иң яҡшыларҙы һәм еңеүселәрҙе шул уҡ көндә бүләкләйҙәр.

«Чемпионат беренсе еңелеүҙән төшөп ҡалыу плеф-офф системаһы буйынса уҙғарыла. Ярыш еңеүселәре һәм призерҙары ҡала округы, үҙәге ҡасаба булған муниципаль райондар һәм муниципаль райондар төркөмдәре буйынса билдәләнәсәк», — тип аңлаттылар Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Ойоштороусылар 100-ләгән ҡатнашыусыны көтә.

Теги: дартс
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть