Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Баш ҡалала Милли йәштәр театры федераль ҡаҙна аҡсаһына ике яңы йыл әкиәте ҡуя

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Республиканың Милли йәштәр театры «Щелкунчик» һәм «Барбос исемле эт һәм яңы йыл кросы» тигән ике яңы йыл әкиәте ҡуя. Был спектаклдәр балалар театрҙарына булышлыҡ итеү һәм уларҙы йыһазландарыуҙы күҙ уңында тотҡан «Мәҙәниәтте һәм туризмды үҫтереү» федераль программаһы буйынса финанслана. Шундай уҡ субсидияны Башҡорт ҡурсаҡ театры алды, тип хәтергә төшөрҙөләр республиканың Мәҙәниәт министрлығында.

Режиссер Зиннур Сөләймәнов «Щелкунчик» спектакле өҫтөндә эшләй башланы. Сәхнә әҫәренең нигеҙендә – Гофман әкиәтенең мотивтары буйынса Нина Соболеваның постановкаһы. Уға көйҙө композитор Урал Иҙелбаев яҙа, сәхнә биҙәлеше менән ҡуйыусы рәссам Рөстәм Баймөхәмәтов шөғөлләнә, хореограф – Сулпан Асҡарова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть