Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Рәсәйҙә тоҙ 10 процентҡа ҡиммәтләнәсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәйҙә тоҙға хаҡтар 2017 йылдың аҙағына 10 процентҡа артасаҡ, тип хәбәр итә «Известия» гәзите «Руспродсоюз» идаралығына һылтанып. Продуктты ашыу өсөн вагондарҙың етмәүе арҡаһында уның ҡыйбатланыуы мөмкин.

Баҫма мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй тәьмин итеүселәре тоҙҙо ташыу өсөн вагондарҙың етмәүе менән бәйле сауҙа итеүсе ойошмаларға ебәреүҙе ҡыҫҡартҡан да инде. Тимер юл аша ташыу баҙарында кәрәкле иҫәптә күсмә состав биреү менән проблемалар күҙәтелә. Һөҙөмтәлә ебәрелмәгән һаҡламдың күләме арта, ә сауҙа операторҙарының складтары буш тора.

«Вагондар менән хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа, операторҙарҙың илтеп биреүгә тарифтарҙың арттырыуы, ә баҙарҙа дефицит барлыҡҡа килеүе, ул саҡта ошо продукция төрөнә хаҡтарҙың күтәрелеү хәүефе бар», — тип хәбәр иттеләр баҫмаға «Руспродсоюз» ассоциацияһында.

Теги: хаҡтар,тоҙ
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть