Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Дәүләт Думаһы минималь эш хаҡы күләмен арттырыуҙы раҫланы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Дәүләт Думаһы минималь эш хаҡы күләмен 2019 йылға йәшәү минимумы кимәленә тиклем этаплап арттырыу тураһында закон проектын беренсе уҡыуҙа раҫланы.

Закон проектына ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләме 9489 һум кимәлендә билдәләнә.

РБК аңлатыуынса, эш хаҡы ике этапта күтәреләсәк: 2018 йылдың 1 ғинуарынан ул йәшәү минимумының 85 процентын тәшкил итәсәк, ә 2019 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләме һәм йәшәү минимумы тигеҙләнергә тейеш. 2017 йылдың икенсе кварталы йомғаҡтары буйынса ул 10 329 һум тәшкил итә.

Рәсәй Президенты минималь эш хаҡы күләмен һәм йәшәү минимумын ике йыл эсендә тигеҙләргә ҡушты. Хеҙмәт министры Максим Топилин иҫәпләүенсә, муниципаль һәм дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең минималь эш хаҡы күләмен йәшәү минимумынан 90 процентҡаса күтәреү өсөн генә 55,7 миллиард һум талап ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть