Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә милеккә хоҡуҡты уртаса теркәү ваҡыты — өс көн

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Төбәктә милеккә хоҡуҡты уртаса теркәү ваҡыты өс көн тәшкил итә. Йыллыҡ план саманан тыш үтәлгән, тип хәбәр иттеләр республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығында. Йәйгеһен үк документ биреү ваҡыты өс-биш көн тәшкил итә ине. Процедураларҙы оптималләштереү туранан-тура төбәктәге инвестиция мөхитенә тәьҫир итә, тип билдәләнеләр ведомствола.

Был дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының Росреестр менән ведомство-ара электрон эшмәкәрлеккә күсеү менән бәйле мөмкин булды. Бөгөнгө көнгә Башҡортостан Росреестр идаралығының һорауы буйынса документтарҙың 97 проценты электрон төрҙә бирелә.

Стратегик башланғыстар агентлығы уҙғарған Милли рейтингта милеккә хоҡуҡтарҙы теркәү буйынса процедураларҙың һөҙөмтәлелеге өс күрһәткес буйынса баһалана: милеккә хоҡуҡты уртаса теркәү ваҡыты; хоҡуҡты теркәү өсөн кәрәкле уртаса процедуралар иҫәбе; күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты һәм улар менән килешеүҙәрҙе теркәү буйынса власть органдары эшмәкәрлеген баһалау.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть