Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«YouTube»та яңы ролик: сит ил кешеләре башҡорт телендә Аҡмулланың шиғырын уҡый

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Билдәле йылҡысы, блогер һәм сәйәхәтсе Денис Өмөтбаев «YouTube»ҡа яңы видеоролик һалған, унда сит ил кешеләре башҡорт телендә шиғыр уҡый. Быныһында ул башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк» хитабы.

«Башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырын сит ил вәкилдәре башҡара. Видео Албанияла, Македонияла, Сербияла, Боснияла һәм Герцеговинала төшөрөлгән», — тип һөйләй Денис Өмөтбаев.

Алдан «Башинформ» агентлығы Денистың Балкан илдәренә сәйәхәте хаҡында хәбәр иткәйне, уның барышында ул башҡа дәүләттәрҙә йәшәүселәрҙе Башҡортостан менән таныштырырға ниәтләнгәйне.  

Яңы ролик алданғыһы кеүек тәртиптә төҙөлгән. Ғәҙәттәгесә сил илдекеләр башта башҡорт һүҙҙәрен «тәтеп ҡарай», һуңынан шиғырҙы яттан һөйләй. Монтаждан һуң һәр «артист» берешәр юл уҡый.

Аҡмулланың күренекле хитабы (монолог-мөрәжәғәте) – уның уҡырға өндәп һәм йәмәғәттең үҫешен, алға китешен тик белем алыуҙа күргән туған халҡына ялҡынлы мөрәжәғәте. Марсель Ғәфүровтың «Башкиры, всем нам нужно просвещенье» тигән тәржемәһе киң таралған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2016 йылда Денистың башҡорт әҙәбиәте классигы Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғыры менән һалған видеоролигын бик күп кеше ҡараны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть