Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә ҡатнашыусылар менән осрашты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә Республика йортонда төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандан Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә ҡатнашыусылар һәм волонтерҙар менән осрашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14-22 октябрҙә Сочиҙа донъя йәштәре берләшмәһен туплау, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, милләт-ара һәм мәҙәни-ара эшмәкәрлекте үҫтереү маҡсатында XIX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале үтте. Унда донъяның 188 иленән 50 меңдән ашыу кеше ҡатнашыусы, волонтер, ойоштороусы һәм ҡунаҡ булды. Рәсәй исеменән илдең бөтә төбәктәренән 10 мең ҡатнашыусы һәм 5 мең волонтер, шул иҫәптән Башҡортостандан 200 ҡатнашыусы һәм 50 волонтер йыйылды.

— Бөтә донъя йәштәр фестивалендә уңышлы һәм әүҙем сығыш яһағанығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт әйтәһем килә, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Әлбиттә һеҙҙең нисек эшләүегеҙҙе, ҡатнашыуығыҙҙы ҡараныҡ. Бөтә йүнәлештәр буйынса ла әүҙем һәм һәйбәт итеп эш алып барғанығыҙҙы күрҙек. Һеҙ — киләсәктә дауам итеүселәребеҙ. Беҙ, һис шикһеҙ, йәштәргә, һеҙҙең көсөгөҙгә, энергияғыҙға, үҙенсәлекле фекерләүегеҙгә, эштәге яңы алымдарға иҫәп тотабыҙ. Беҙ бергәләп эшләргә тейеш.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Башҡортостан делегацияһының фестивалдәге эше хаҡында һөйләне, ошо сараны ойоштороуҙан, Рәсәйҙең алдынғы сәйәсмәндәре, ғалимдары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙарҙан тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Уларҙың һүҙҙәренсә, фестиваль иң ҙур донъя йәштәре ваҡиғаһы булды.

Фестиваль сиктәрендә YOUTH EXPO күргәҙмәһе барҙы, унда республиканан «Баллы төбәк» экспозицияһы эшләне. Шунда уҡ Башҡортостандың иң яҡшы проекттары һәм йәштәрҙең тәжрибәләре менән интерактив таныштырыу ойошторолдо.

— Беҙҙең бурыс — мөмкин тиклем күберәк халыҡҡа республиканы танытыу һәм уның менән таныштырыу. Һөҙөмтәлә уға инвестиция эшмәкәрлеге, яңы төҙөлөштәр, яңы мәҙәни һәм ғилми бәйләнештәр ҙә бәйле, – тине Рөстәм Хәмитов. –  Төрлө илдәрҙән байтаҡ ҡатнашыусыларҙың хәтерендә республикабыҙ хаҡында яҡшы тәьҫораттар ҡаласаҡ. Был эште юғары баһалайбыҙ.

Республика Башлығы йәштәр менән уларҙың алған тәжрибәһен республика кимәлендә артабан даими сараға әйләнеүе мөмкин буласаҡ йәштәр фестивален ойоштороу өсөн файҙаланыу мөмкинлеген тикшерҙе.

— Нисек быны эшләргә була, әйҙәгеҙ уйлап ҡарайыҡ. Йәштәребеҙ күп — 1 миллион кешегә яҡын. Йәш кешеләрҙе йәмәғәт тормошона ылыҡтырыу беҙҙең өсөн ҡатмарлы бурыс булып ҡала, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Бөтәһен дә йыя алмаҫбыҙ, әлбиттә, әммә айырым йүнәлеш бирербеҙ.

Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, фестивалдә эшләгән волонтерҙарҙың тәжрибәһе лә бик мөһим, ул республикала эре-эре халыҡ-ара саралар уҙғарыу ваҡытында тулыһынса кәрәк буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть