Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Сибәр һәм һәләтле башҡорт, татар ҡыҙҙарын «Башҡортостан гүзәле-2017» матурлыҡ конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда «Һомай» мәҙәниәтте һәм ижадты үҫтереү студияһы «Башҡортостан гүзәле-2017» матурлыҡ конкурсын уҙғарыу хаҡында иғлан итте. Бәйге башҡорт һәм татар халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен пропагандалау, йәштәрҙең ижади ҡеүәтен асыу, башҡорт һәм татар йәштәре ойошмалары араһында тыныслыҡты, татыулыҡты, үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу маҡсатында ойошторолған.

Конкурста туған телен (башҡорт йәки татар), халҡының йолаларын белгән 16-26 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Ғаилә хәле мөһим түгел.

Кастинг 26 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә «Мегаполис» күңел асыу үҙәгендә уҙа. Адресы: Менделеев урамы, 137. Һайлап алыу турында ҡатнашҡан һәр ҡыҙ туған телендә үҙе хаҡында ҡыҫҡа хикәйә әҙерләргә һәм йыр-бейеүгә маһирлығын йә иһә актерлыҡ һәләтен күрһәтергә тейеш.

Гала-финал 2017 йылдың декабрендә Өфөлә үтә, унда «Башҡортостан гүзәле-2017», 1-се һәм 2-се вице «Башҡортостан гүзәле»н һайлайҙар. Финал барышында башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында шоу-концерт, сувенир продукцияһы күргәҙмәһен, тамашасылар менән бүләктәр уйнатыу ҡаралған.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть