Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала ишле ғаиләләрҙәге балалар Яңы йыл бүләктәре аласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда ишле ғаиләләрҙәге балалар Яңы йыл бүләктәре аласаҡ. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған «Башҡортостан Республикаһында Яңы 2018 йылды байрам итеү тураһында» указда шулай тиелә.

Документҡа ярашлы, Яңы йыл сараларына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетына профилле министрлыҡ һәм ведомстволар менән берлектә биш һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләрҙәге 14 йәшкә тиклемге балаларға Яңы йыл бүләктәре һатып алырға, шулай уҡ һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡыған етемдәргә һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларға матди ярҙам күрһәтергә ҡушылды.

Район һәм ҡала хакимиәттәренә үҙҙәренең һәм йәлеп ителгән аҡса иҫәбенә һаулыҡ мөмкинлектәре сикле, етем, ата-әсә ҡарауынан ҡалған, сабыйҙар, балалар йорттарында, социаль приюттарҙа һәм интернаттарҙа тәрбиәләнгән балаларға Яңы йыл бүләктәрен тапшырырға тәҡдим ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть