Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән аккордеонда уйнаусылар йыйыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

8-10 декабрҙә Өфөлә Урта махсус музыкаль колледжы һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында VI «Аккордеониссимо» халыҡ-ара клавишалы аккордеонда уйнаусыларҙың фестиваль-конкурсы ойошторола, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан.

Быйыл проект «Донъя кубогы» бөтә донъя аккорденсылар конкурсына һайлап алыу системаһына индерелгән. «Аккордеониссимо-2017» еңеүселәре 2018 йылда Литвала «Донъя кубогы»нда Рәсәй исеменән сығыш яһау хоҡуғын ала.

Конкурс өлөшөндә 100-ҙән ашыу балалар музыка мәктәптәре һәм сәнғәт мәктәптәрендә уҡыусылар, һөнәри һәм юғары белем белем биреү учреждениелары студенттары, шулай уҡ Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән башҡарыусылар (йәш сикләүе юҡ) ҡатнаша. Форум барышында Рәсәй һәм Көньяҡ Корея аккордеонсыларының концерттарын, жюри ағзаларының оҫталыҡ дәрестәрен, ғилми-ғәмәли конференция, түңәрәк өҫтәл ойоштороу ҡаралған. Жюри составына танылған музыканттар, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары, төп музыкаль белем биреү ойошмалары уҡытыусылары саҡырылған.

8 декабрҙә Ф.И. Шаляпин исемендәге концерт залында Өфө дәүләт сәнғәт институтының Рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры оҙатыуында солистар һәм ансамблдәр сығыш яһай.

«Аккордеониссимо» проекты уникаль булып тора һәм Рәсәйҙә, сит илдәрҙә уға оҡшаш сара юҡ. 10 йыл эсендә фестиваль-конкурс йолаға әүерелде. 2011 йылда «Аккордеониссимо» республика Башлығы грантын алды. 2015 йылда «башҡарыу сәнғәтен үҫтергән һәм клавишалы аккордеонда уйнауҙы популярлаштырған, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының музыка сәнғәтен үҫтергән өсөн» фестиваль-конкурс Башҡортостан Музыка ойошмаһының грамотаһы менән билдәләнде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть